

Яратҡан йырсыһын тыңларға тип, күп кенә кеше килде. Ялсыҡайҙар был турала хат яҙған, уны гәзиттә баҫырбыҙ. Яманһары ла барған. Яманһары тип әйткән кешеләребеҙ – ҡыҙҙар. Ошо ауылда тыуып-үҫеп, яҙмыш елдәре ҡырғараҡ алып киткән һылыуҙар. Тормошта булғанса, кем менәндер йыш осрашаһың, кем менәндәр һирәгерәк, йыш күрешкән мәлдә лә, барыһы ла үҙ туғаның кеүек, йылдар буйы күрешмәгәнһеңме ни, һөйләшер һүҙҙәр бөтмәй, танһыҡты ҡандырып булмай... Ике һүҙҙең береһе – ауыл. Бер ҡатлы бала саҡтары, тиле йәшлектәре шунда ятып ҡалды: Ҡушай, Шепшә урамдарында.
Яманһары сибәрҙәрен кисә Ғәзим Ильясов осраштырған. Тамашанан сыҡҡас та әле ҡыҙҙарҙың башында бер йыр йырлаған да йырлаған:
Уйнап үткән һыу буйҙары,
Төштәремә инәһең.
Моңая күңелем һинһеҙ -
Оноталмам, күрәһең..