

Хәҙер заманы ла шулай: һәр кемдә машина, ҡалаға барыуҙы күршегә инеп сыҡҡандай ҙа күрмәйбеҙ, кәрәкте, барҙың-ҡайттың, проблема түгел. Бына юлы ғына һәйбәт булғанда! Юлдарға, әйткәндәй, зарланған кеше ҡалманы ахры, беҙ көн дә теге йәки был, юлдарға бәйле, власть органдарының сәхифәһен ҡарап барабыҙ - башҡа ерҙәр күҙ йәштәре түгә, ялыу яҙа, беҙҙекеләр ләм-мим, әйтерһең, юлдарыбыҙ тип-тигеҙ. Әллә яҙа-яҙа арынылар, өмөттәрен өҙҙөләр, алама юлдарға күнделәр...
Ошо юлдарҙан килгән улар. Концерт ҡарарға. Культураға юлдар кәртә түгел.
Был турала хат гәзиттә баҫылды.