

Улар Махсус хәрби операцияға ярҙам йөҙөнән хәйриә концерты ҡуйҙылар. Халыҡ күп булды, күрше ауылдарҙан да килделәр. Һуғыш темаһына ҡуйылған спектаклдән өҙөктәрҙе оҫта итеп башҡарҙылар. Залдағы халыҡ һығылып илап ултырҙылар, шул тиклем үҙәккә үтеп инерлек итеп сәхнәләштерҙеләр. Бар яҡлап та килгәндәр, моңло итеп ҡурайҙа ла уйнайҙар, йырлайҙар ҙа, ә инде “Йондоҙсоҡ” бейеү ансамблендәге балаларҙың бейеүҙәре күңелдәрҙе дәртләндерҙе. Афариндар, яҡшымбәттәр! Һеҙгә Илкәнәй ауылы халҡы исеменән ҙур рәхмәт белдерәм. Киләсәктә лә ошолай шәп, дәртле булып ҡалығыҙ, уңыштар һеҙгә. Шул тиклем шәптәр икән яҡшымбәттәр, афариндар!
Рәйфә БУРАНҒОЛОВА, Илкәнәй ауылы