

Атаҡлы яҡташыбыҙ Альберт Юлдыбаев иҫтәлегенә арналған ҡурйсылар конкурсы.
Ағайыбыҙ исемен йөрөткән был сараға һәммәһе Башҡортостандың 5 районынан, 2 ҡалаһынан ҡурайсылар килгән, конкурсанттар күп кенә, тимәк, был сара, ҡурай моңо һымаҡ, оҙон-оҙаҡ барасаҡ.
Мәрйәм апайға (байрамға А. Юлдыбаевтың ҡыҙы Ҡарлуғас та, ғаиләһе менән, килгән) К Арыҫлановтың юбилей миҙалын тапшырҙылар, апайыбыҙ ҡаушап киткәндәй булды:
- Көтмәгәйнем, рәхмәт, минең тормош иптәшемде онотмағанығыҙ өсөн бигерәк тә ҙур рәхмәт, - тине.