

Улар йәйҙе ҡаршы алып “Ҡайтарығыҙ ауылыма гармун тауышын” исемле сара үткәргәндәр. Элекке уйындарҙы, йырҙарҙы тергеҙеү маҡсатында үткәрелгән кисә бик күңелле барған. “Рәхәтләнеп йәшлекте иҫкә төшөшөрөп бейенек”, - тиҙәр аҡһарылар. Шулай уҡ ретро йырҙар йырлап, вальс та әйләнгәндәр улар. “Ҡойроҡ”, “Сылбыр”ҙарҙы уйнап, йәшлек ваҡыттарын иҫкә төшөргәндәр...
Был хаҡта тулыраҡ иртәгә гәзиттә баҫыла (ә кем электрон гәзит алдыра, улар инде был хаҡта уҡып та өлгөрҙө).