

Никах туйҙары. Был ваҡиғаны һәр кем ғүмерҙә онотолмаҫ итеп үткәрергә тырыша, байҙар Сент-Бартелеми, Аман-Свети-Стефан кеүек экзотик ерҙәргә барып яҙылышырға тырыша, беҙҙең йәштәр әллә ҡайҙа, әллә нәмәләр эҙләп йөрөмәгән (бер-береһен дә улар яҡындан ғына тапҡан, әйткәндәй, береһе Мораптал, береһе - Ҡалта), Никахтарын Тыуған илдә үткәргән. Мораптал ерендә, хатта Башҡортостанда, ҡайҙа Башҡортостан ғына булһын, Рәсәй, Бөтөн Донъя, Йыһанда булған тарихи мәл - Ғ. Әлмөхәмәтов исемен алғандан һуң беренсе үткәрелгән сара был!
Беҙ Әбдрәшитов Илдан Рәйес улының һәм Сәйфуллина Ләйсән Рәмил ҡыҙына бөгөнгө бәхетле мәлдәренең бер ҡасан да туҡтамаҫын теләйбеҙ, тормош юлығыҙ Ғәзиз Сәлих улының моңдары кеүек матур, дәртле, оҙон булһын, һеҙҙең бәхетегеҙгә шаһит булып, беҙ ҙә күктәрҙең етенсе ҡатында йөҙөп йөрөйбөҙ бөгөн. Ҡотлайбыҙ, йәштәр!
Йәнә бер теләк: Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге был мәҙәниәт йортонда ошо Никах һымаҡ, гел матур саралар ғына үтеп торһон, эсенән күңелле йыр, шат көлөү тауыштары ғына ишетелһен, бөгөнгөләй, эсе тик мөхәббәткә генә тулы булһын!