Мәҙәниәт
8 Августа , 03:39

Йырҙарыбыҙ йырланмай ҡалды

Иң беренсеһе ямғыр яуып ҙур ауырлыҡтар тыуҙырҙы. Һауа торошоноң тотороҡһоҙ булыуы арҡаһында күп планлаштырылған сығыштар тороп ҡалды, ә был, әлбиттә, байрамдың йөкмәткеһен, байлығын кәметте. Икенсеһе – район хакимиәте башлығы Лира Рафаил ҡыҙының килмәүе. Беҙ уны ныҡ көткән инек, сөнки хакимиәт башлығы булараҡ, уның Зәк-Ишмәт ауылына килеүе беҙҙең байрамға ҙур мәртәбә өҫтәп, тағы ла ҙур әһәмиәт бирер ине.

Йырҙарыбыҙ йырланмай ҡалдыЙырҙарыбыҙ йырланмай ҡалды
Йырҙарыбыҙ йырланмай ҡалды

Ә иң ныҡ күңелде ҡырғаны мәҙәниәт йортоноң ихатаһы – кәртәләре. Бер нисә көн буйына ауыл халҡынан һуғылған балаҫтар йыйып, ихатаны матурларға, емерек кәртәләрҙе ҡапларға тырыштыҡ. Әммә ямғыр барыһын да юҡҡа сығарҙы: балаҫтарҙың бәҫе китте, төҫтәре сыҡты. Икенсе йылға был байрамды ҡабат ойошторорға йыйынһаҡ, халыҡтың һуғылған балаҫтарын бирәсәгенә шигем бар, сөнки улар һәр кем өсөн яҡты хәтер. Мәҙәниәт йортоноң ике яғында ла буш йорттар, кәртәләр шуға ауып ята. Бына шул ихатаны ремонтлап булмаҫмы икән?
Әхәт Йәүҙәт улы эшләгән ваҡытта мәҙәниәт йортоноң ҡыйығын яптылыр, “Райхан” ансамбленә күлдәктәр тектерҙе. Беҙ уға әле булһа сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Клубҡа һыу индереүҙә район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Ләйсән Нуриәхмәтованың, йылылыҡ менән проблемалар булғанда райондың элекке башлығы Юлай Ильясовтың ярҙамдары ҙур булды. Ә бына ихата мәсьәләһе – әле лә асыҡ ҡалған проблема.
Байрамды ойоштороуҙа Әлфиә Йосопова хеҙмәте һүҙ менән әйтеп бөткөһөҙ...

Рәмилә Әҡбәрова, Зәк-Ишмәт ауылы

Хат тулы вариантта гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас