Мәҙәниәт
17 Сентября , 10:50

Салауаттарға рәхмәт

Кисә Көйөргәҙе районы үҙәге Ермолаевола, Салауат Башҡорт драма театры "Ҡоҙалар, ҡоҙасалар" исемле музыкаль драматик спектакль ҡуйҙы.

Салауаттарға рәхмәтСалауаттарға рәхмәт
Салауаттарға рәхмәт

Шул тиклем шәп тамаша ҡарап, күңелебеҙ менән ял итеп, илһамланып ҡайттыҡ. Халыҡты берсә көлдөрөп, берсә моңландырып, бик юғары кимәлдә спектакль күрһәттеләр. Әртистәр ныҡ оҫта уйнанылар, халыҡ уларҙы көслө алҡыштарға күмеп, афарин, тип ҡеүәтләп ултырҙылар.
Зал тулы булыуы ҡыуандырҙы, халыҡ рәхмәттәрен әйтеп тағы ла килеүҙәрен һораны. Тамашасылар тирә-яҡ ауылдарҙан да килгәйне.
Ошондай ҡатмарлы заманда халыҡтың күңелен күтәргәндәре өсөн театр коллективына рәхмәт белдерәбеҙ! Ижади уңыштар теләп, йәнә үҙебеҙҙә көтөп ҡалабыҙ!
Ғайнан АЛЛАБИРҘИН, Айсыуаҡ ауылы

Автор:
Читайте нас