

Ҙур һәм татыу ғаилә йылы сиктәрендә үткәрелгән бәйгелә барлығы 25 йыр-моң һөйөүсе ҡатнаша. Һәр бере ике йыр йырлай, ҡыҫҡаһы, кем моңға һыуһаған, бөгөн һыуһынын тулыһынса ҡандыра ала. Сара көнө буйы барасаҡ.
Һәр артист (барыһы ла үҙебеҙҙекеләр) төрлө жанрҙа йыр башҡарҙы, берсә күңелле, берсә һағышлы. Тамашсылар әлеге сараның исеменә иғтибар итеп, барыбер ҙә эстән генә шулай тип йырлап ултырғандыр:
Ҡалды инде, ҡалды үкенескә,
Төҙәлмәйсә ҡалды яралар.
Үткән икән йылдар, йәшлек менән
Алыҫая бара аралар.
Ҡайтауаз, ҡайтауаз.
Ҡайтар мине, саҡыр мине,
Йәшлегемә ҡайтар мине.