

9 октябрь көнө Уҡытыусылар һәм Республика көнөн, икеһен бергә ҡушып, "Йәшлек" мәҙәниәт һарайында байрам итәбеҙ. Ике ваҡиға бер юлы булғас, әлбиттә, уның ҡоласы ла киң булыр - ҡотланыусы, бүләкләнеүселәрҙе байтаҡ күрербеҙ.
Йәм өҫтөнә йәм өҫтәп, Яңы Мораптал ауылы егете, талантлы йырсы Вилдан Шәмсетдинов та сығыш яһай был кистә (байрам төштән һуң була). Теге саҡ уның концертында кемдер була алманы, был юлы алдан уҡ, пландарын ҡороп, эштәрен алдан эшләп бөтөп, әҙерләнеп торһон - Виллины был юлы мотлаҡ күрергә, уның йырҙарына сираттағы тапҡыр әсир булырға кәрәк.
Алдараҡ: Фермер сюрприз яһаны