Мәҙәниәт
15 Октября , 03:34

Рәхмәт, Ризат, рәхмәт, Зинира

Кисә Рамазановтар Күмертауҙа сығыш яһаны.

Добавить в предпочтительные источники Google
Рәхмәт, Ризат, рәхмәт, ЗинираРәхмәт, Ризат, рәхмәт, Зинира
Рәхмәт, Ризат, рәхмәт, Зинира

Ҡалаға бик күп артистар килә. Афишаны ҡарайһың, күҙҙәр ҡамаша: башҡорт-татар артистары бер-бер артлы сығыш яһай. Ҡайһыһын һайлап, ҡайһыһына барырға белмәҫһең. Билет хаҡтары ла төрлөсә, данына, мәртәбә-шөһрәтенә ҡарап билдәләйҙәрме уны, кем белә. 

Күмерселәр мәҙәниәт һарайы шыпа тулды кисә. Зинира менән Ризатты бик ярата тамашасы, ҡасан килмәһен, нисә тапҡыр килмәһен, халыҡ гел ағылып бара тамашаларына. 

Кисәге сығыштарында бына ошо йыр үҙәкте өҙҙө: "Ҡайтарығыҙ, елдәр, улымды".

Рәхмәт һеҙгә, Ризат, Зинира, күңелгә ял бирҙегеҙ, тормоштоң ығы-зығыларынан, бер мәлдә булһа ла, арындырҙығыҙ. 

Автор:
Читайте нас