Бөтә яңылыҡтар
Мәрхәмәтлек
25 Сентябрь 2023, 09:34

Ярҙамдан айырмайҙар

Беҙҙең Мораптал биләмәһенән дә бик күп егеттәр яуға алынды. 

Ярҙамдан айырмайҙар
Ярҙамдан айырмайҙар

Ярҙам һорап йөрөмәйбеҙ, теләүселәр үҙҙәре килеп ярҙам итә, шуныһы бигерәк тә ҡыуаныслы.
Ауылыбыҙҙың фермеры Хисиков Әлфир Фирҙәт улын айырып әйтеп китергә ине, беҙ уға ысын йөрәктән сыҡҡан рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ. Ул беҙгә ярҙам йөҙөнән бер арба, яҡынса 4 тонна арпа килтереп бушатты. Ауыл ерендә, мал аҫрап йәшәгән кешеләр өсөн был әйтеп бөткөһөҙ ҙур ярҙам.
Ошо көндәрҙә район хакимиәте башлығы Юлай Ильясов та килеп хәлдәребеҙҙе белешеп китте. Венер улыбыҙ мунса алып, шуны һала башлаған ине, тик, осона сығып етә алмай, тыуған ил һағына ашыҡты...

Мәҡәлә тулы вариантта гәзиттең үткән һанында баҫылды. 

Автор:
Читайте нас