Бөтә яңылыҡтар
Мәрхәмәтлек
16 Октябрь 2023, 14:08

Үҙебеҙ ҙә бәхетле

Етеш йәшәйбеҙ хәҙер.

Үҙебеҙ ҙә бәхетле
Үҙебеҙ ҙә бәхетле

Юҡ нәмә үҙе юҡ, йәнең ни теләй, шуны ал да кей. Мотлаҡ ҡыйбатлыны алырға тимәгән, арзанлыһы ла бихисап, беҙҙең ҡалала ғына, мәҫәлән, кеҫәһе йоҡараҡтар өсөн әллә нисә магазин бар. Алдың, уны береһе лә был бигерәк ҡойто, фәҡир кейенгән икән тимәҫ, биркаһын аҫып йөрөмәйбеҙ ҙә, бына был Долинан йәки Светофорҙан, Лотостан алынған тип кем әйтә ала?
Алғанды ла оҙаҡ кеймәйбеҙ (был кейемдә концертҡа, ҡунаҡҡа барҙым, күрҙеләр, хәҙер икенсеһе кәрәк, бер кейемдә тик йөрөй икән тимәһендәр). Бигерәк тә балалар кейеме менән муллыҡ. Бала үҫә бара, кейеме бәләкәсәйә бара, өр яңы килеш шифоньерҙа ята бирә. Сығарып ырғытырға ҡул бармай. Ошо уҡ мәлдә, әлбиттә, илдә фәҡирҙәр бөтөнләй бөттө тип әйтеп булмай, мохтаж ғаиләләр, бигерәк тә, күп балалы, осон-осҡа саҡ ялғап йәшәгәндәр ҙә етерлек.
Айгөл менән Рөстәм Халиҡовтар ике ҡыҙ бала үҫтерә. Ҡыҙ кешегә кейем күп кәрәк, етмәһә, гүзәл заттар бит: апайымдыҡын кеймәйем, миңә яңыһы кәрәк, ти һылыуы. Ҡыҫҡаһы, йортта балалар кейеме машина менән ташлырлыҡ күп йыйылып киткән. Бөтәһе лә, яңы ғына магазиндан алынған кеүек, өп-өр яңылар. Берәйһенә бирергә кәрәк, тик кемгә?
....Үҙебеҙҙең бала саҡ иҫкә төшөп китте. Мәктәпкә барыр өсөн генә түгел, уйнарға сығырға ла хатта әрһеҙ кейем юҡ. Аяҡҡа һатып алһалар, өҫтөңә юҡ, өҫтөңә алһалар, аяғың ботинкаһыҙ. Эх, шул мәлдә әлеге Халиҡовтар ғаиләһе булһа! Фәрештә урынына күрер инек уларҙы, рәхмәтте берҙе түгел, меңде әйтер инек...
Тапҡандар. Айгөл менән Рөстәм кейемде шатланып ҡабул итер ғаиләне тапҡан. Тиҙҙән тоҡсайҙар шул ғаилә (4 балалы) йәшәгән ауылға юллана. Беҙ, был кейемдәрҙең, береһен сисеп, береһен кейеп, бынау тәтәйҙәрҙе алып уйнашып, шатланышҡан балаларҙы күҙ алдына килтереп, үҙебеҙ ҙә бәхетле булып ултырабыҙ.

Йылы тәнегеҙҙә туҙһын, бәләкәстәр! 

Автор:
Читайте нас