Бөтә яңылыҡтар
Мәрхәмәтлек
16 Октябрь 2023, 10:39

Ситтә ҡалмағыҙ

- Яуҙа йөрөгән һалдаттарыбыҙ өсөн беҙҙең ярҙам ныҡ мөһим.  

Ситтә ҡалмағыҙ
Ситтә ҡалмағыҙ

Көйөргәҙе районды “Ғаилә” үҙәгендә хәрби махсус операцияла ҡатнашҡан яугирҙәребеҙ өсөн гуманитар ярҙам йыйыу дауам итә. Кәрәкле әйберҙәр яйлап килә башлаған. Михайловка һәм Бөгөлсән халҡы менән уҡыусылары һалдаттарға бәрәңге әҙерләгән, шулай уҡ был мәрхәмәтлек эшендә шәхси эшҡыуарҙар В.Фросина, Р.Ғәлиев һәм башҡалар ҙа әүҙем ҡатнашҡан, “Искра” хужалығы етәкселәре һәм эшселәре лә ситтә ҡалмаған.
- Яуҙа йөрөгән һалдаттарыбыҙ өсөн беҙҙең ярҙам ныҡ мөһим. Кемдәр гуманитар ярҙам йыйыуҙа ҡатнашҡан барыһына ла ҙур рәхмәт. Башҡа эшҡыуарҙарҙы, ойошма етәкселәрен һәм башҡаларҙы ла ситтә ҡалмаҫҡа саҡырам, - ти район хакимиәте башлығы Юлай Ильясов.

Автор:
Читайте нас