Бөтә яңылыҡтар
Мәрхәмәтлек
14 Ноябрь 2023, 12:17

Аҙым

Ҡотлоюл ауылы быйыл "Айыҡ ауыл" конкурсында ҡатнаша.

Аҙым
Аҙым
Көйөргәҙе районындағы ауыл был бәйгелә еңәме-юҡмы, быныһы әллә ни мөһим дә түгел улар өсөн (еңге килә инде шулай ҙа), иң мөһиме: илгә тиҙерәк тыныслыҡ килһен. Ә эскене улар нисек тә еңерҙәр.
Әле ауылдың апай-инәйҙәре ойоҡ-бейәләйҙәр бәйләй. Ҡулдарынан килгәнсә, ошолайтып нимәлер эшләһәләр, тыныслыҡты йәһәтерәк етер һымаҡ тойола уларға. Тағын нисек ярҙам итә алһындар - һалдаттар, исмаһам, өшөмәһен. 
Күңел йылыһын һалып бәйләнгән был кейемдәр, иманыбыҙ камил, тыныс тормошҡа табан, бәләкәй генә булһа ла, аҙымдыр ул, барыбер.
Автор:
Читайте нас