Заманы шул, бер заман тырыша-тырыша инде онотолоп бөткән, ҡайҙан онотолһон, бөтөнләй белмәгән бер һөнәргә өйрәнгәйнек - битлек тегергә. Әле уйлаһаң, көлкө һымаҡ, ә бит ул ваҡытта бер ҙә көлкө килмәй ине.
Бына әле лә. Һәр ауылда оҫтаханалар асылды тиһәң дә була: яуҙағы егеттәргә, кем нисек булдыра, шулай ярҙам итергә тырыша.
Көйөргәҙе районы Аҡһары мәктәбеме инде бындай эштәрҙән ситтә ҡала торған мәктәп? Юҡ, әлбиттә. Был уҡыу йорто ла, бар көстәрен һалып, маскировка селтәрҙәре тегә.