Бөтә яңылыҡтар
Мәрхәмәтлек
26 Ноябрь 2023, 12:37

Беҙ уларҙы онотмайбыҙ

Беҙҙең ауыл халҡында патриотик рух көслө.

Беҙ уларҙы онотмайбыҙ
Беҙ уларҙы онотмайбыҙ

Көйөргәҙе районы Түбәнге Баба ауылы ағинәйҙәре һуғышта йөрөгән егеттәргә йылы салбарҙар, постель кәрәк - яраҡтары, йылы ойоҡбаштар, башлыҡтар, эске кейем-һалым йыйҙы. Ғөмүмән, беҙҙең ауыл халҡында патриотик рух көслө, тип әйтер инем. Былтыр беҙҙең ауылдан бер егет һуғышҡа алынғандан бирле, 5 мәртәбә аҡсалата ярҙам йыйып ебәрҙек, дөйөм сумма 112 мең булды. Әле инде ҡышҡы һалҡындар яҡынлаша, егеттәребеҙгә йылы кейемдәргә ҡушып, күңел йылыһы ла ебәрәбеҙ. Белһендәр-беҙ уларҙы онотмайбыз, иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ!

Земфира Вәлиева, Түбәнге Баба ауылы.

Автор:
Читайте нас