Тағы ла ниндәйҙер ялыуҙыр инде тип уйлап, сыҡһам... Зифа апай Тунасова тора. Ҡулында төйөнсөк. Күстәнәс биреп ҡайтарам тиме икән, алһаң, уңайһыҙ, алмаһаң... Башҡа килгән тәүге уй ошолайыраҡ булды.
- Һиңә генә ышанам, ошо үҙем бешкән майҙы һалдаттарға бир әле.
Барып етте. Бөгөнгө концерт та ошо уңайҙан ине ысынында: концертта йыйылған аҡсалар яуҙа йөрөгән егеттәргә тип йыйыла. Бына, апайыбыҙ, аҡса биреүе етмәгән, майын да алып килгән. Тыуған ерҙең һутлы үләнен ашаған һыйыр һөтөнән яһалған тәмле майҙы ауыҙ итһен егеттәр, беләктәрендә көстәре артыр.
- Ярар, апай, ышанысың өсөн рәхмәт, иртәгә үк алып барып тапшырырмын.
Һүҙебеҙҙә торҙоҡ, май Ермолаевола, Ғаилә үҙәгендә, һыуытҡысҡа инеп ятты. Декабрь баштарында тағы бер ылау ҡуҙғаласаҡ, майығыҙ ҙа мотлаҡ шунда буласаҡ.