Все новости
Мәрхәмәтлек
14 Февраля , 09:12

Тимурсылар” ярҙамға килде

Үҫмерҙәр яугирҙең әсәһе Нина Панфилованың ихатаһын ҡарҙан таҙартҡас, биләмә иркенәйеп ҡалды...

Тимурсылар” ярҙамға килде
Тимурсылар” ярҙамға килде

Күмертау ҡалаһы “тимурсылары” изгелек эшләүен дауам итә. Был юлы беренсе Президент М.Ғ. Рәхимов исемендәге башҡорт республика гимназия–интернаты ирекмәндәре Илдар Тайыпов етәкселегендә Афғанстанда хәрби бурысын үтәгән яугирҙең әсәһенә ярҙамға килде, тип яҙа “Кумертауское время”.

Быйыл ҡар байтаҡ яуып, йорт хужаларына өҫтәмә мәшәҡәттәр тыуҙырҙы. Үҫмерҙәр Нина Панфилованың ихатаһын  ҡарҙан таҙартҡас, биләмә иркенәйеп ҡалды. Хужабикәнең улы Сергей Панфилов - афған кампанияһын үткән батыр ир-егеттең береһе. Ул 1980 йылда хәрби хеҙмәткә алына. Псков эргәһендә Һауа-десант ғәскәрҙәрендә әҙерлек үткәс, Афғанстандағы Кандагар провинцияһына ебәрелә. Ике тапҡыр контузия ала, госпиталдә дауалана. Әле Мәскәү  өлкәһендә йәшәй. Хәрбиҙең әсәһе оло йәштә инде, ҡар-буран эҙемтәләре менән көрәшеүе уға  ауырыраҡ бирелә, шуға күрә “тимурсылар”ҙың ярҙамы ошо көндәрҙә бик урынлы.

Автор:
Читайте нас: