Все новости
Мәрхәмәтлек
30 Марта , 13:23

Ҡыуанып ҡаршы ала

- Беҙҙең ирекмәндәр отрядына уҡыусылар бик теләп йөрөй.

Ҡыуанып ҡаршы ала
Ҡыуанып ҡаршы ала

Илдар Таипов етәкләгән Еңеү ирекмәндәр отряды “Хәстәрлек картаһы” акцияһы сиктәрендә сираттағы изгелектәрен башҡарған. 3-сө БРГИ-ның 9 г класс ететтәре Ғайсар Сафин, Тимур Йәнсурин, Азамат Муллабаев, Радмир Хөснөтдиновтар 87 йәшлек хеҙмәт ветераны Рузилә Нәзмутдиноваға барып тирә-яғын ҡарҙан таҙартҡандар. Оҙаҡ йылдар сауҙа эшендә һәм КүмАПП-та хеҙмәт иткән, әлеге көндә яңғыҙы йәшәгән инәй ирекмәндәрҙе һәр саҡ ҡыуанып ҡаршы ала. Ярҙамдары өсөн уҡыусыларға һәм Илдар Хөрмәт улына рәхмәттәр уҡый, изге теләктәрен әйтә. Эш бөткәс барыһын да сәйгә саҡыра, өҫтәл артында ул үҙенең бала сағын, тормош юлдарын да һөйләй.

Мәҡәлә гәзиттә тулы вариантта баҫылды. 

Автор:
Читайте нас: