Айнур тыумыштан зәғиф. Үҙенә 11 йәш кенә, ә һөйләшеүҙәре, фекерләүе күпте күреп, күпте кисергән оло кешенекеләй, ныҡ зиһенле бала. Ҡай саҡ шундай итеп аҡыллы фекер әйтеп ҡуя, аптыратып һала - эх, балаҡай, бынауы сирең генә булмаһа...
Айнур әсәһе менән иртәгә Ростов өлкәһенә китә, дауаланырға. Унда бер нисә көн буласаҡ, Илизаров Үҙәге нейрохируртары ла ҡараясаҡ. Был хаҡта тулыраҡ гәзиттә баҫыласаҡ, ә әлегә балаға ярҙам кәрәк. Дауаланыу, юл сығымдарын ҡаплауға аҡса талап ителә, бала хаҡы өсөн дә, Алла хаҡы өсөн дә, кем күпме бирергә риза, ошо 89869744692 номерға "Айнурға" тип яҙып күсерә ала.
Алла бирһә, дауа килешер, Айнур йыраҡ ерҙәрҙән йүгереп ҡайтыр тип өмөт итәбеҙ.
Бала ҡайғылары бирмә, Хоҙай,
Күргәндәргә бир һин сабырлыҡ.
Яралары бөтмәҫ йөрәк менән,
Йәшәү өсөн көстәр табырлыҡ.
Гонаһтарым булһа, һин хаҡтарын,
Балаларым аша түләтмә!
Ал ҡулымды, күҙҙәремде соҡо!
Бала ҡайғылары күрһәтмә!
Күргәнем бар, нуры бөткән күҙле,
Ҡара ҡайғы баҫҡан әсәне.
Йыуатырлыҡ бер һүҙ таб(а)лманым,
Йөрәккәйем янып әсене.
Һаулыҡтарын, тәүфиҡтәрен бир һин,
Ғүмерҙәрен бир һин балама!
Ҡабул булһын изге теләктәрем,
Һинән башҡа бер ни һорамам...
Гөлиә Азаматова