Ололар сирләһә ла еңел түгел, әммә бер гонаһһыҙ сабыйға, йүгереп уйнап, донъяның һәр биҙәгенә ҡыуанып йөрөр сағында яҙмыш ауыр һынауҙарын бирһә...
Әлмирә ҡурҡыныс сир менән сирләй. янбаш-аяҡ быуындарына бер түгел, ике операция үткәргән. Ҡыҙ бала, нисек булдыра ала, шулай көрәшә. Табиптар балаға һыуҙа күберәк йөҙөргә кәрәк тигәс, Ермолаево Ғаилә Үҙәге халыҡҡа мөрәжәғәт итте - ҡыҙыҡайға бассейн алырға аҡса кәрәк. Аҡсаны йыйып бөткәндәр. Әле бассейн да алынған.
Болотло, ҡараңғы иртәлә бер яҡты яңылыҡ. Беҙҙең балаҡайға теләгебеҙ: Әлмирә, йөҙ, йүгер, һикер, уйна - шәбәй.