Все новости
Мәрхәмәтлек
31 Июля , 09:26

Рәхмәт яуһын

Күптән түгел мәсеттең тышҡы яғын ағартыу мәсьәләһе буйынса Мөхтәсиб Айнур хәҙрәт Ҡәҙимовҡа ярҙам булмаҫмы, берәй хәлле кеше табылмаҫмы, тип ярҙам һәм кәңәш менән барғайныҡ.

Рәхмәт яуһын
Рәхмәт яуһын

Әлхәмдүлилләһ, Аллаһы Тәғәләнең рәхмәте сикһеҙ, Өфө ҡалаһынан, "Атайсал" проекты буйынса, "Ватан" хәйриә йәмғиәте аша, бер таныш булмаған меценат абзый, беҙҙең хәлебеҙҙе аңлап "Аҡ мәсетебеҙгә" ярҙам сифатында ҙур ҡоролош магазинына тауар алырға тип 50 мең һум аҡса күсерҙе.
Барып шул аҡса иҫәбенән мәсетебеҙҙе ағартыу өсөн кәрәкле буяуҙар, эш ҡоралдары алып ҡайттыҡ.
Әй, Раббым! Был хәйер-саҙаҡа эйәһен – саҙаҡа биргән кешене – афәттәрҙән һәм бәләләрҙән һаҡла, гонаһтарын ярлыҡа, иманын нығыт, малдарын арттыр һәм изге маҡсаттарына ирешеүҙә ярҙам ит.
Айнур хәҙрәт һеҙгә лә ҙур рәхмәт, Аллаһ разый булһын.
Фарход АҘНАБАЕВ, Яҡшымбәт ауылы имам-хатибы

Башҡортостан башлығы билдәләүенсә, Украина территорияһында махсус операция үткәреүгё бәйле Рәсәйгә санкция баҫымы шарттарында «Атайсал» проекты айырыуса актуаллек ала. Артабан йыл һайын «Яҡташтар көсө» форумын үткәрергә тәҡдим итте.

Автор:
Читайте нас: