Мәрхәмәтлек
30 Сентября 2024, 12:34

Мәрхәмәтле "Айгөл"

Бөгөн балалар баҡсаһында йәрминкә үткән.

Мәрхәмәтле "Айгөл"Мәрхәмәтле "Айгөл"
Мәрхәмәтле "Айгөл"

"Айгөл" балалар баҡсаһы, күптәр белә, бер саранан да ситтә ҡалмай, был юлы ла ныҡлап тотонғандар. Йәрминкәһе бит ябай алыш-биреш итә торғаны түгел, ә мәрхәмәтлек йәрминкәһе. Үҙеңдән насарыраҡ тойғандарға, мохтаж булғандарға гел ярҙам итергә кәрәк тип өйрәтә көн дә апалары, шуға, ҡыуана-ҡыуана, әлеге сарала ата-әсәләре менән бергәләп ҡатнашҡандар. Бөгөн балалар кемгәлер ярҙам итеү кешегә ниндәй шатлыҡ килтерә икәнен үҙ күңелдәре менән тойған. 

Автор:
Читайте нас