Ете бала (береһенән береһе бәләкәй, иң кескәйе ике айлыҡ ҡына), әсәһе менән ҡола яланда ҡалды. Төнөн уларҙы ялан аяҡ килеш, аҡ ҡар өҫтөнән йүгертеп, алып сыҡҡандар. Ут шәмдән сыҡҡан - бер бәләкәс, төндә ниңәлер шәм тоҡандырырға булған, тоҡандырған һәм йоҡларға ятҡан.
Молоканда бер тәүлек буйы ут булмаған, һыу ҙа юҡ, өйҙә йылылыҡ та юҡ. Һауа торошона япһара яуаплы кешеләр, әммә, егерме беренсе быуатта йәшәйбеҙ, утһыҙ, йылыһыҙ тәүлек буйы ултыра торған заманмы?
Бөгөн район башлығы, ауыл башлығы менән бергә, Молоканға барған. Ауыл советы депутаттарҙы ла йыйҙы, ҡайғы килһә, ишегеңде шар ас, нимәлер эшләргә, күп балалы ғаиләгә ярҙам итергә кәрәк. Аталары һуғышта, октябрь айынан бирле тауышы юҡ, хәбәрһеҙ юғалған.
- Мәҙәниәт һарайы алдында боҙ фигуралары эшләмәйбеҙ тинек, ярты миллион һум аҡса тотонола шуның өсөн, яуҙа йөрөгән егеттәргә лутсы ебәрәбеҙ ул аҡсаларҙы тип һөйләшкәйнек, -М, Букреева кисәге тәҡдимен тағын ҡабатланы, -былай хәл килеп тыуғас, ошондай ҡарар ҡылайыҡ. Бәләгә тарыған ғаилә өсөн аҡса йыябыҙ, хакимиәттә эшләгәндәр бер көнлөк эш хаҡын күсерә (әйткәндәй, ике йөҙ меңдән артыҡ һум аҡса ул), ҡалғандар бирер. Молоканда һатып алырға йорт таптыҡ, хужалары менән һөйләштек - хаҡын төшөрөп, һатасаҡтар, 500 мең һумға. Уны силсәүит һатып ала. Йыйылған аҡсалар етмәһә, боҙ ҡаласығына тигән аҡсаларҙан ҡушып бирәбеҙ.
Уңарсы булмай, ауыл хакимиәтенә бер әбей килде.
- Минең кер йыйыу машинам бар, алығыҙ...
- Миндә карауаттар, матрас-ғәләмәт, телевиоз бар, ҡунаҡхананыҡы, шуларҙы бирергә кәрәк, - быныһы "Сокол" спорт мәктәбе директоры А. Александров.
Ил төкөрһә - күл була, һалҡын ҡар өҫтөндә яланаяҡ баҫып торған сабыйҙар хаҡына ярҙам итеүселәр күп булыр тип ныҡ ышанабыҙ.