Быйыл бөҙрәханасылар уны Бөйөк еңеүҙең 80 йыллығына арналған акция формаһында ойошторған. Был акцияға Рәсәйҙең һәм Евразяның 100-ҙән ашыу ҡалаһының бөҙрәханасылары ҡушылған. Ҡалабыҙ ирекмәне Замирахон Душаева менән Мәләүездең 5, Күмертауҙың 6 бөҙрәханасыһы Маяҡ психо-неврологик интернатында тәрбиәләнеүсе ҡатын-ҡыҙҙарҙың сәстәрен ҡырҡып, прическалар яһап ҡыуандырҙы. Әйткәндәй, бында тәрбиләнеүселәр һаны - 570 кеше, барыһы ла ҡатын-ҡыҙ.
-Кварталға бер беҙ был учреждениеға килеп бында тәрбиәләнеүселәрҙең сәстәрен тәртипкә килтерәбеҙ. Улар беҙҙе һәр ваҡыт йылы ҡаршы ала. Шулай уҡ мин ҡалабыҙҙа мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең өйҙәренә барып та сәстәрен ҡырҡам. Был акцияға ҡушылған бөҙрәханасыларға ҙур рәхмәт. Ҡулыбыҙҙан килгәнсе ярҙам итә алыуыбыҙ өсөн дә ҡыуанам. Яҡшылыҡ ҡылыу һәр бер кешенең изге бурысы тип уйлайым, - ти Замирахон Хәбибулла ҡыҙы.
Беҙҙең боронғо таныш, билдәле врач Анатолий Петрунин да бында икән, ул баш табип.
- Беҙҙең пациенттар - барыһы ла ҡыҙҙар. Ә ҡыҙ затын, үҙегеҙ беләһегеҙ, биҙәнергә тиһәң, тәгәрәй ҙә китә. Парикмахер килерен белеү менән, беҙҙекеләр ҙә йәнләнә, кем ниндәй прическа яһарын планлаштыра башлай, һәр кемдең матур булғыһы килә, - тине.
Рәхмәт һеҙгә, оҫтабикәләр, донъялағы күп нимәләрҙән мәхрүм кешеләрҙе, аҙ ғына мәлгә булһа ла, бәхетле иткәнегеҙ өсөн.