Бөтә яңылыҡтар
Мәрхәмәтлек
7 Июнь , 08:34

Дини китаптар ғына ниндәйҙер мөғжизә менән һаҡланып ҡалған

Кисә, изге Ҡорбан байрамы көнөндә, уның йорто янып, көлгә ҡалды. 

Дини китаптар ғына ниндәйҙер мөғжизә менән һаҡланып ҡалған
Дини китаптар ғына ниндәйҙер мөғжизә менән һаҡланып ҡалған

Мөхтәрәм мосолман ҡәрҙәштәр, Ишембай районының Ғүмәр ауылында йәшәүсе Әхмәҙиева Зөһрә Хәлимулла ҡыҙына ярҙам кәрәк!
Кисә, изге Ҡорбан байрамы көнөндә, уның йорто янып, көлгә ҡалды. Зөһрә апайҙың йорт-йыһаздары, кейем-һалымдары, документтары янып бөткән. Улы, талантлы ҡурайсы Кинйә Әхмәҙиев хәбәр итеүенсә, бары тик дини китаптар ғына ниндәйҙер мөғжизә менән һаҡланып ҡалған.
Белгестәр фекеренсә, янғынға төҙөк булмаған электр сымдары сәбәпсе.
Зөһрә Хәлимулла ҡыҙына ярҙам итергә теләүселәр булһа, аҡсаларығыҙҙы түбәндәге номер буйынса күсерергә мөмкин:
89083518183 Альфа банк
Ляйсан Якуповна Ахмадиева
(Ҡыҙының картаһы)

Автор:
Читайте нас: