

Гәзит ябай халыҡтың кисерештәрен, ҡыуаныстарын, борсолоуҙарын тойоп йәшәй. Был гәзиттә эшләүсе ҡыҙҙар - егеттәр үҙҙәренең эштәрен ихлас күңелдән, тырышып, бер кемдән дә ҡурҡмай, ләкин шул уҡ ваҡытта булған ҡанундарҙы боҙмай эшләй.
Юмор аша тәнҡит бик оҫта башҡарыла был гәзиттә. Көйөргәҙе, Күмертауҙағы булған яңылыҡтарҙы оператив яҡтырта беләләр.
Яңыраҡ беҙҙең 3-сө Башҡорт республика гимназия-интернатна Мортаза Рәхимов исеме бирелеү тураһында Хөкүмәт етәксеһе бойороғо сыҡты. Был турала ла иң беренсе "Бәйләнештәр" төркөмөндә "Юшатыр" төркөмө яҙып сыҡты.
Коллектив менән гәзиткә яҙылабыҙ. Аҙна һайын гәзитте мәктәп стендына элеп барабыҙ.
Әлеге ваҡытта был гәзит республикала минең иң яратҡан гәзитем.
Шайморат ТИМЕРБУЛАТОВ, М.Рәхимов исемендәге 3-сө һанлы БРГИ директоры