

Башҡортостаныбыҙҙың һәр район һәм ҡалаларында үҙҙәренең урындағы гәзиттәре бар, әммә, беҙҙең “Юшатыр”ға еткән гәзит юҡ. Сөнки “Юшатыр”ҙың үҙ күҙлеге бар, мәҡәләләр дөрөҫ, ғәҙел һәм ҡыҙыҡ итеп яҙалар. Унда һәр ваҡыт маҡтаулы ғына түгел, ә кире яҡтар ҙа донъя күрә. Булған һорауҙарҙы асыҡ ҡалдырмайҙар, уларға яуаптар табып, мәсьәләне хәл итеп ҡуялар. Башҡа район гәзиттәре менән сағыштырып торам, “Юшатыр” кеүек гәзит бер ҡайҙа ла юҡ. Афариндар, “Юшатыр”ҙар! Киләсәктә лә уҡымышлы, яратҡан гәзитебеҙ булып ҡалырға яҙһын. Уңыштар һеҙгә. “Юшатыр” кеүек гәзиттәр республикабыҙҙа, Рәсәйҙә күберәк булһа мәҙәниәт, иҡтисад һәм кешенең дә шәхсән үҫеше күпкә юғарыраҡ булыр ине.
Тимур ИҘРИСОВ, Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығының иҡтисад, инвестициялар һәм эшҡыуарлыҡ буйынса урынбаҫары.