

- Гәзиттәргә яҙылыу буйынса беҙҙең бүлек планды яҡшы үтәп килә. Гәзиттәргә яҙылыу тураһында һүҙ күтәргәндә, беҙҙең яратып уҡыған гәзитебеҙ "Юшатыр"ға яҙылмай булмай. Ниңә тап "Юшатыр"ҙы алдырырға кәрәк тигән һорауға яуаптар етәрлек. Беренсенән, ҡалабыҙ һәм районыбыҙ яңылыҡтарын иң тәүгеләрҙән белергә теләгән кеше тап ошо гәзитте алдырырға тейеш, сөнки иң тәүгеләрҙән булып барлыҡ яңылыҡтар ҙа уларҙа баҫылып сыға. Икенсенән, "Юшатыр" берҙән-бер башҡорт телендә сыҡҡан гәзитебеҙ, беҙҙән тыш урыҫ, сыуаштар башҡорт гәзитенә яҙылмай бит инде, шуға күрә беҙ үҙебеҙҙең телдә сыҡҡан баҫмаға мотлаҡ яҙылырға тейешбеҙ. Өсөнсөнән, тап Юшатырҙа актуаль, ҡыҙыҡлы темалар күтәрелә һәм улар ваҡытынды баҫыла, бөгөнгө көндә һуңлап бирелгән мәғлүмәт ҡыҙыҡ түгел, Юшатыр был яҡтан алда бара, улар аҙналар уҙғас түгел, сара бөгөн икән, тимәк ул бөгөнгө гәзиттә баҫылып та сыға. Һанап китһәң, Юшатыр гәзитенең ыңғай яҡтары бик күп, ошолар араһына тағы бер ҙур ыңғай яғығыҙҙы билдәләп китмәй булмай, һеҙҙең гәзит ҡыйыу ҡарашлы, кеше яҙмағанды яҙаһығыҙ бит һеҙ, күбеһе һеҙҙе тап ошо яғығыҙ өсөн дә яраталыр.