МАТБУҒАТ
13 Июнь 2023, 11:16

Рәхмәтлемен

Һаумыһығыҙ, “Юшатыр” гәзите редакцияһы хеҙмәткәрҙәре.

РәхмәтлеменРәхмәтлемен
Рәхмәтлемен

Мин дә һеҙгә икенсе ярты йылға яҙылған квитанциямды ебәрергә булдым. “Юшатыр”ҙы бик күп йылдар алдырам, яратып уҡыйым. Район һәм ҡала яңылыҡтарын ваҡытында яҙаһығыҙ, афариндар! Үҙемдең мәҡәләләрем баҫылып сыға. Барығыҙға ла рәхмәтлемен. Быйыл, Аллаһ бирһә, август айында 75 йәшем тула, күрергә яҙһын. Быға тиклем гәзит менән бергә булдыҡ, киләсәктә лә бергә ҡалайыҡ. Һеҙгә барығыҙға ла иҫәнлек-һаулыҡ, ғаилә бәхете, эшегеҙҙә уңыштар теләп ҡалам.
Рәйсә ИСКӘНДӘРОВА, Күмертау ҡалаһы

Автор:
Читайте нас