

Улдарыбыҙҙы матур итеп ҡаршы алып, “Юшатыр”ға хәбәр итеп торабыҙ. Икенсе улым да августа ҡайтырға тейеш...
“Юшатыр” гәзитен ғүмер буйы алдырабыҙ. Балалар баҡсаһына эшкә ингәс тә яҙылырға ҡушҡан инеләр, шунан бирле алып торабыҙ. Быйыл яҙылырға ваҡыт еткәс тә почтаға барҙым. “Гел үҙегеҙ генә бүләк алып тораһығыҙ, минең дә квитанциямды ебәрегеҙ әле”, - тип әйттем. “Бер ауыл апайының ҡулы еңел ул”, - тигәс, шунан һалдырттым. Шулай итеп еңеп тә сыҡҡанмын. Апрель айынан бирле онотоп та бөткән инем инде. Кисә балаларым ҡыуаныслы хәбәр әйтеп шатландырҙылар...
Был хаҡта тулыраҡ гәзиттә үткән йомала баҫылдыы.