МАТБУҒАТ
16 Июнь 2023, 12:02

Сер һаҡлар кешеләр булһын

- Һеҙгә килгәс, вис һөйләнем дә бөттөм.

Сер һаҡлар кешеләр булһынСер һаҡлар кешеләр булһын
Сер һаҡлар кешеләр булһын

Ниндәй сере барҙыр, беҙгә килгәненең күбеһе шулай ти. Әллә редакцияға гел үҙебеҙҙең кеше килгәнгә шулаймы икән - ябай, ихлас, эсерһеҙ. Эсендәге тышында.
Тәскирә апай ҙа тап шундай кеше. Уны районда белмәгән кеше юҡ, 37 йыл Искра хужалығында бухгалтер булып эшләгән. Әле хаҡлы ялда.
- Ирем дә пенсияла, Хәйруллам 42 йыл тракторҙа эшләне, маҡтап ҡына йөрөттөләр, әле лә маҡтайҙар.
Аҡһаровтар ғаиләһе беҙҙең бүләкте отто, ошо уңайҙан һөйләшеп, эсте бушатып алғайныҡ.
- Ике балабыҙ бар. Ҡыҙым Ләйсән Күмертауҙа тора, кейәү менән ике бала табып, беҙҙе ҡыуандырҙылар. Һеҙ уны беләһегеҙ, БРГИ-ла ултыра. Малайыбыҙ үҙебеҙ менән Яҡшымбәттә йәшәй, ул колхозда эшләп йөрөй.
...Был әйткәндәрҙең нимәһе сер? Быларының сере юҡ, башҡаһы сер булды.
Ҡотлайбыҙ, Тәскирә апай, тормош иптәшегеҙ менән, ейәндәр һөйөп, донъяның бар рәхәтлектәрен татып, оҙаҡ йылдар йәшәргә булһын. Сер сисер, унан бигерәк, был серҙе һаҡлар кешеләрегеҙ күп булһын.

Автор:
Читайте нас