

Луиза апайҙы ихлас ҡотлайбыҙ! Уға киләсәктә лә беҙҙең тоғро уҡыуысыбыҙ булып, именлектә генә йәшәүен теләйбеҙ.
- “Юшатыр”ҙар мине ҡыуандырғанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт. Ошо көндәрҙә тыуған көнөм булғайны, бына исмаһам шәп бүләк!
Ялсыҡай ауылында тыуҙым, ошо ауылда кейәүгә сыҡтым һәм тыуған ауылымда йәшәйем дә. 20 йыл мәктәптә эшләнем, тормош иптәшем Рәфҡәт ғүмер буйы тракторсы булды. Ҡош-ҡорт, баҡса үҫтереп, мал-тыуар ҡарап йәшәйбеҙ. Өс балабыҙ бар, беҙҙе һөйөндөргән 6 ейән-ейәнсәрҙәребеҙгә өләсәй һәм олатай булып бәхетле йәшәйбеҙ.
“Юшатыр” гәзитен шул тиклем яратам, һәр һанын көтөп алам. Яңы гәзиттең еҫе тәмле була, шуны еҫкәй-еҫкәй рәхәтләнеп уҡыйым. Бер ваҡыт көткән гәзитем килмәне лә ҡуйҙы, шул тиклем ҡайғырҙым, сөнки гәзит ул үҙе бер һөйөнөс минең өсөн. Киләсәктә лә матур, уҡымлы гәзитегеҙ менән беҙҙе ҡыуандырып тороғоҙ, уҡыусыларығыҙ күп булһын, уңыштар һеҙгә.