МАТБУҒАТ
30 Октябрь 2023, 06:04

Үҙ баһабыҙҙы белеп

Хаҡтар артҡан икән. 

Үҙ баһабыҙҙы белепҮҙ баһабыҙҙы белеп
Үҙ баһабыҙҙы белеп
Ир кеше бит нисек: кәрәккәнде бара ла ала, теге магазинда быныһынан 10 һумға арзаныраҡ икән тип, сағыштырып та йөрөмәй, күҙенә аҡ-ҡара күренмәй, шул магазинға йүгермәй. Кәрәккән әйберен туп-тура шул нәмә торған кәштә янына барып ала ла, ҡайта ла китә. 
Әле был магазинда оҙаҡ торҙоҡ. Бүләктәр һайлап. Йыл да йөрөгән лавкабыҙ, ҡайҙа нимәһе бар, бөтәһе лә яҡшы таныш. Хаҡтарҙың апаруҡ тешләшә башлағанын, шуғалырмы, һиҙҙек. 
Хәйер... Алтын тәңкәнең бик ҙур мал түгел икәненлегенә инанып йәшәгән халыҡ булараҡ, бик бошонманыҡ, баштар һау булһын.
Ҡыҫҡаһы, юрғанға ҡарап, аяҡты һуҙып ҡайттыҡ. Һеҙҙән хәҙер квитанциялар көтәбеҙ (улар, әйткәндәй, килә башланы).
Магазиндағы хаҡтар арта, кәмемәй, беҙ ҙә киләһе йылда, үҙ баһабыҙҙы кәметмәй, бергә йәшәйек, дуҫтар. 
Автор:
Читайте нас