Все новости
МАТБУҒАТ
13 Ноября 2023, 12:36

Килен бүләге

- Бейемем былтыр уҡ квитанциямды ебәр ти ине. 

Килен бүләге
Килен бүләге
Культура кешеһенең эше күп, былтыр Света Олег ҡыҙы Абдул ауылында йәшәгән бейеменең әйткәнен үтәй алмаған (үҙе "Йәшлек" мәҙәниәт һарайында эшләй). Уның ҡарауы, быйыл ебәрҙе, ебәрҙе лә отто.
- Зөһрә Кинйәкәева ҡайным менән Абдул ауылында йәшәй. Гел ҡайтып йөрөйөм, ялдарҙа уға тапшырырмын, - тип һүҙ бирҙе Света Кинйәкәйева, - ирем Себерҙә эшләй, - беҙгә генә шулай тойолдомо, тауышында саҡ ҡына һағыш та һиҙелеп ҡалғандай булды, -  ике балабыҙ бар, үҙем мин Кушнаренко районынан. 
Әл дә егетебеҙ һине әллә ҡайҙан тапҡан, алып ҡайтҡан, юғиһә, ҡыҙҙарыбыҙ ситкә генә китә белә. 
Зөһрә апайҙы бүләге менән ҡотлайбыҙ. Алдағы тормошта ла килендәрҙән, башҡа туғандарҙан һәйбәт хәбәрҙәр ишетеп, бүләктәр алып йәшәргә яҙһын. 
Автор:
Читайте нас: