Все новости
МАТБУҒАТ
29 Ноября 2023, 10:52

Булғанына шөкөр итеп

- Зөлмирә апайығыҙ Өфөлә.

Булғанына шөкөр итеп
Булғанына шөкөр итеп

Таймаҫ ауылынан Әлмөхәмәтовтар ғаиләһе, беҙҙең бүләкте отҡас, йәкшәмбе көнө, ауылда буласаҡ Әсәләр көнөнә арналған концертҡа шул бүләкте күтәреп барғайныҡ. Зөлмирә апайға тотторорбоҙ, йәнәһе, өс ул үҫтергән әсә бит ул, ғүмерен балалар уҡытыуға бағышлаған кеше.
Тормош иптәше Карам абзый беҙгә шулай тип әйтте - апайығыҙ башҡалала. Балалар янына ейәндәрҙе ҡарашырға китте.
Зарар юҡ, әсәне, ҡатынды кем бәхетле итә, әлбиттә, ир. Карам абзыйҙың да был байрамға туранан-тура ҡатнашлығы бар. Бәләкәс кенә бүләгебеҙҙе ҙурҙан ҡубып алды абзыйыбыҙ, электән беләбеҙ: был ғаилә һауанан йондоҙҙар эҙләп йәшәмәй, булғанына шөкөр итә лә, кескенә һымаҡ күренгән ҡыуаныстарҙы олоға һанап ҡабул итә.
- Апайығыҙ менән көтөп торабыҙ, любой ваҡыт инегеҙ, өҫтәлебеҙ һәр саҡ әҙер, - һай беҙҙең халыҡ, бер ҡул менән алғанға ике ҡул менән биреп яуап ҡайтара.
Ҡотлайбыҙ һеҙҙе, алдағы тормошта ла гел ҡунаҡтар көтөп, булғанына һөйөнөп, ейәндәрҙе һөйөп, оҙаҡ йылдар йәшәргә яҙһын. 

Автор:
Читайте нас: