Все новости
МАТБУҒАТ
5 Декабря 2023, 15:11

Илата ла, йыуата ла

Хөрмәтле "Юшатыр" редакцияһы!

Илата ла, йыуата ла
Илата ла, йыуата ла

Мин инде күптән хаҡлы ялда, хеҙмәт ветераны. Күҙҙәр насар күрһә лә "Юшатыр" гәзитен көтөп алам, һәр битен ентекләп уҡыйым. Ҡай ваҡыт 1 күҙлек менән хәрефтәр насар күренһә, 2-се лупа күҙлек кейеп уҡыйым. Гәзитте уҡып сыҡһам күңелгә рәхәт, тыныс булып ҡала. Барлыҡ район яңылыҡтары менән танышам, фәһем алырлыҡ материалдар бик күп. Фотографияларын да ҡабат-ҡабат ҡарайым. таныш йөҙҙәр юҡмы икән, тип.
"Юшатырыбыҙ" оҙон ғүмерле булһын, ул беҙҙе илата ла, йыуата ла.
Редакция хеҙмәткәрҙәренә эштәрендә ҙур уңыштар теләйем, ғаилә бәхете, иҫәнлек-һаулыҡ, балалар ҡыуанысы теләйем, күктәребеҙ аяҙ, илдәребеҙ тыныс булһын. Ҙур-ҙур рәхмәт һеҙгә, барығыҙға ла.
Бик яратам мин "Юшатырҙы",
Уны яратмау мөмкин түгел...
Мәрйәм ЯҠУПОВА, Абдул ауылы

Автор:
Читайте нас: