Все новости
МАТБУҒАТ
6 Декабря 2023, 12:52

Үҙебеҙ ҙә аптырап ҡуябыҙ

Сираттағы бүләгебеҙ Роза менән Радик Ярышевтарға эләкте. 

Үҙебеҙ ҙә аптырап ҡуябыҙ
Үҙебеҙ ҙә аптырап ҡуябыҙ

Улар беҙҙең күптәнге тоғро дуҫтарыбыҙ.
- “Юшатыр”ҙы һәр ваҡыт алдырабыҙ. Шулай өйрәнелгән, ул беҙҙең бер туғаныбыҙ кеүек, көтөп кенә йөрөйбөҙ. Эшләгән саҡта гәзитте эштән яҙҙыра инек, хәҙер хаҡлы ялға сыҡһаҡ та айырылғаныбыҙ юҡ, - тиҙәр улар.
Рауза апай менән Радик ағай ғүмер буйы табип һөнәренә тоғро булып хеҙмәт иткәндәр.
- Үҙем 40 йылдан артыҡ ҡалалағы туберкулез диспансерында, ә Радик 20 йыл поликлиникала һәм тағы ла 20 йылдан артыҡ минең эргәлә табип эшләне. Үҙебеҙ ҙә аптырап ҡуябыҙ, шул тиклем оҙаҡ хеҙмәт иткәнебеҙгә. Һеҙ ҙә беҙҙең кеүек оҙаҡ эшләгеҙ, уҡымлы гәзит сығарып халыҡты ҡыуандырып тороғоҙ, - ти Рауза Ғайнулла ҡыҙы.
Ярышевтар хаҡлы ялдалар, балалары, ейнә-ейәнсәрҙәренә ныҡлы терәк булып, улар менән һөйөнөп ғүмер кисерәләр.
Рауза апай, Радик ағай, һеҙҙе бүләгегеҙ менән ихлас ҡотлайбыҙ! Киләсәктә лә оҙаҡ йылдар беҙҙең менән бергә булырға яҙһын!

Автор:
Читайте нас: