Иҫке Мораптал ауылында гел шулай күңелле кеше йәшәйҙерме, Рауил абзый менән Рима апай бигерәк асыҡ кешеләр.
- Әсәйем ике йыл элек мәрхүмә булды, бүләк отоп булмаҫмы тиер ҙә әйтер ине, ҡыҙғаныс, һеҙҙең бүләкте күрә алмай китеп барҙы.
Әле генә ауыҙ йырып торған кешеләр инек, моңһоу булып китте, күпме кешегә шулай ҡыуаныс биреп өлгөрмәнек икән?
- Мин үҙем Төйлөгәндән, разрезда эшләнем, - Рима апай Рауил ағайҙың икенсе ҡатыны икән, тәүгеһе, бәхетһеҙлеккә ҡаршы, яҡты донъяларҙы иртә ҡалдырған. - өйләнештек тә, матур итеп, йәшәп ятабыҙ.
Бүләкләп сығармай булмай ине был парҙы, беҙҙән, көтөп-көтөп тә, алып өлгөрмәгән Миңһылыу инәйҙең яҡты иҫтәлегенә булһа ла.
Юрған бирҙек. Уны күтәреп төшкәндә шулай тине лә Рауил ағай: бәпәй тотоп торған һымаҡ булды ла баһа был.
- Һеҙҙең әле самый бала яһай торған мәлегеҙ, - шаярған һымаҡ әйтһәк тә, уларҙағы дәрт бәғзе бер йәштәрҙә юҡ. Тамсы ла алдаманыҡ.
Донъя рәхәттәрен, үкенескә ҡалмаҫлыҡ итеп, үҙ ваҡытында татып-тойоп йәшәйек. Ҡотлайбыҙ!