Все новости
МАТБУҒАТ
19 Декабря 2023, 13:45

Өркөү йылы

Әле яҙып ултырабыҙ, дежавю эффектын кисергән һымаҡбыҙ.

Өркөү йылы
Өркөү йылы

Яңы ғына ошонда уҡ ултырып, ошоға оҡшаш һүҙҙәрҙе яҙа инек тә баһа. (Фотола былтырғы йомғаҡ һаны). Бер йыл үтеп тә киткән, инде быйылғыһына йомғаҡ яһар ваҡытҡа аяҡ баҫҡанбыҙ.
Һыуәйҙә, Ҡуян, тип ҡысҡырған инек теүәл бер йыл элек. Бына әле, әйтеребеҙҙе әйтеп, был кейек менән дә һаубуллашыу мәле.
Нимә тип әйтергә лә белмәйбеҙ, ысынында, Ҡуян.
Һиңә оҡшап йәшәнек, буғай, Ҡуян. Ҡурҡтыҡ, өрктөк. Ҡолаҡтарыбыҙ йыш үрә баҫты - күберәге алама хәбәр көттөк. Һәр шылт иткәнгә тертләнек. Әйтерһең, беҙҙе гел ниндәйҙер ҡурҡыныс януар аңдып тора, Уның ауыҙына эләгеүҙән ҡурҡтыҡ. Күптәр төҫөн дә алмаштырҙы, әле генә аҡ һымаҡ ине, икенсе ҡараһаң, һоро булып киткән - тере ҡалам тип, кеше нимә генә эшләмәҫ, тунын да сисеп ырғытырға әҙер. Был аҙым уны ҡотҡара алырмы, билдәһеҙ, төҫ алмашыу менәнме ни, оҙон ҡолаҡтар "бына мин" тип әллә ҡайҙан күренеп, ҡысҡырып тора. Етеҙҙәр ҙә күп булды.
Мәҡәлә гәзиттең быйылғы һуңғы һанында баҫыласаҡ.

Автор:
Читайте нас: