Все новости
МАТБУҒАТ
20 Декабря 2023, 16:28

"Алмашлап уҡыйбыҙ"

Гәзитебеҙ уҡыусыларына бүләктәрҙе таратып бөтөп тә барабыҙ. 

"Алмашлап уҡыйбыҙ"
"Алмашлап уҡыйбыҙ"

Был юлы бүләктәр артынан уҡыусыларыбыҙ бик йыш парлашып килделер. Урамда буран гөрләй, тышҡа сығырлыҡ түгел, тип бойоғоп ҡына ултырғанда, редакцияға йылылыҡ, нур бөркөп сираттағы күркәм пар Рәмзилә Горкин ҡыҙы менән Рәйес Ниғмәтшә улы килеп керҙе.
- Беҙ үҙебеҙ сығышыбыҙ менән Ялсыҡай ауылынан бит, 8-се класты бөткәнсе шунда йәшәнек. Атайым шул ауылдан, унда туғандарыбыҙ йәшәй, әнейем шул ауылға килен булып төшкән. Ул ғүмере буйы Юшатыр гәзитен алдырҙы, әле һаман күҙе күрмәһә лә, үҙе уҡый алмаһа ла йыл да гәзит алдыра. Килеү менән тормош иптәшем менән алмашлап уға гәзитте уҡып ишеттерәбеҙ. Гәзитебеҙ бик оҡшай, бигерәк тә бала саҡ хәтирәләрен һаҡлаған, тыуып үҫкән ауылым тураһында, ундағы кешеләр тураһында уҡырға яратабыҙ, фотоларын ҡарап, таныш йөҙҙәр эҙләйбеҙ. Ауылдаштарыбыҙҙың, класташтарыбыҙҙың тыуған көндәрен дә гәзиттән уҡып, күҙәтеп барабыҙ.
Гәзит һайын бүләк отоусылар баҫылып тора, беҙ йыл да яҙылһаҡ та, квитанцияларҙы алып килгән юҡ ине, был юлы беҙ ҙә бәхетебеҙҙе һынап ҡарайыҡ, тип ике йылдың да квитанцияһын алып килдем. Әнейебеҙ Миникамал Минһаж ҡыҙы Ҡотлогилдинаға ошо көндәрҙә генә 83 йәш тулды, уның тыуған көнөнә яратҡан гәзитенән ҙур буләк булды инде. Барығыҙға ла ҙур рәхмәт, Алла бирһә гәзитебеҙ сығып торһон, уҡыусылары күп булһын,- тип теләктәрен теҙҙе Рәмзилә апай менән Рәйес ағай.
Беҙ ҙә уларға үҙ теләктәребеҙҙе еткерҙек, именлек, һауылҡ, балалар бәхете, ә иң мөһиме киләсәктә лә ошолай буран-дауылдарға ҡаршы ҡулға-ҡул тотоноп, бергә атларға яҙһын, тигән теләктә ҡалдыҡ. 

Автор:
Читайте нас: