Әлхәмдүлиллаһ, киләһе йылдың тәүге яртыһы өсөн дә һеҙҙең баҫмаға яҙылып, квитанцияны ебәрергә булдым. Нимәгәлер өмөт итмәһәм дә, "Ятып ҡалғансы, атып ҡал", - тигәнгә таянып, ебәрҙем әле.
Район гәзитен бала саҡтан уҡ "Ленин байрағы" исемен йөрөткән ваҡыттан уҡ уҡып барам, шунан бирле ниндәй генә исемдә сығарылһа ла, гәзитебеҙҙән айырылғаным юҡ. Боронғо редакторҙарҙың һәр береһен шәхси белә инем.
Элегерәк гәзит аҙнаһына бер нисә тапҡыр сыҡһа ла, ваҡытында таратыла ине. Хәҙер аҙнаға бер түгел, ике аҙнаға бер сыҡһа ла, ваҡытында уҡый алыуыбыҙға икеләнәм. Сөнки почтаны икенсе аҙнаһына ғына тараталар. Ә бит халыҡ юҡҡа ғына "Ҡыҙыл йомортҡа көнөндә ҡиммәт", тип әйтмәгән. Шунлыҡтан, һеҙгә ҙур үтенесем бар ине, үҙегеҙҙең вәкәләтегеҙҙе ҡулланып, шул почтаға тәҫир итә алмаҫһығыҙмы икән? Хәҙер ошо хатты ла Яҡшымбәткә үҙем йәйәүләп барып, элемтә бүлегенә тапшырырға кәрәк, сөнки почта йәшниктәрен дә алып ташлап бөттөләр бит.
Хөрмәт менән, өмөт менән Йәмил ЧУРИН, Көйөргәҙе ауылы