Все новости
МАТБУҒАТ
23 Декабря 2023, 14:18

Ҡыуандырып тороғоҙ

Бүләгебеҙҙең сираттағыһы Күмертау ҡалаһында йәшәүсе Мәрфуға Сәфиуллинаға эләкте.

Ҡыуандырып тороғоҙ
Ҡыуандырып тороғоҙ

- М.Рәхимов исемендәге 3-сө БРГИ-ла 29 йыл тәрбиәсе булып эшләйем. “Юшатыр” гәзитенән бер ҙә айырылғаным юҡ, йыл да ҡыуанып яҙҙырам. Тормош иптәшем Зәки ҙә көтөп кенә тора, икәүләп һәр нөктәһенә тиклем уҡып сығабыҙ. Фәһемле лә, ҡыҙыҡлы ла, ғибрәт тә материалдар сыға, яңылыҡтарҙы ла яратҡан гәзитебеҙ аша уҡып беләбеҙ. Нисә йыл яҙылһам да, бер ваҡытта ла бүләк отҡаным булманы. Был һөйөнөскә ышанмай торҙом, ҙур рәхмәт бүләгегеҙ өсөн. Быны мин Яңы йылға бүләк тип ҡабул итәм. Иҫән-һау эшләгеҙ, киләсәктә лә һәр һанығыҙ менән ҡыуандырып тороғоҙ, - ти Мәрфуға Минулла ҡыҙы.
Мәрфуға Сәфиуллинаны ихлас ҡотлайбыҙ. Тормош иптәшегеҙ менән балаларығыҙҙың уңыштарына ҡыуанып, киләсәктә лә бөгөнгөләй бәхетле олатай һәм өләсәй булып, бергә оҙон ғүмер кисерергә яҙһын һеҙгә.

Автор:
Читайте нас: