Все новости
МАТБУҒАТ
4 Января , 13:35

Шатлыҡ шиғырҙары

Йәне булған һәр кемдең, иманыбыҙ камил, шиғыр яҙғаны бар. 

Шатлыҡ шиғырҙары
Шатлыҡ шиғырҙары
Таланты бармы-юҡмы, белеме етерлекме әллә әлепте таяҡтан айырмаймы, яҙыуы рәтлеме-юҡмы, былары мөһим түгел, үҙең яҙған һәр саҡ елле килеп сыҡты һымаҡ тойола, торғаны менән шедевр! Быны ысынлап мин яҙҙымы икән тип, үҙенә үҙе һоҡланып торғандар байтаҡтыр. Әллә шағир булаһы ла китәһе, ҡалын-ҡалын китаптар баҫтырыр инем, уларҙы мәктәптәрҙә уҡырҙар, балаларҙан көсләп ятлаттырырҙар ине, китапханаларҙа әҙәби кисләр үткәрерҙәр ине, юбилейым тип, район башлығы ат бүләк итер ине. Аҙаҡ инде, үлеп киткәс, исемемде мәктәпкә бирерҙәр, үҙем тыуып үҫкән урамға ла, бәлки, исемемде ҡушырҙар, спонсор тапһалар, һәйкәл, һис юғы бюст ҡойорҙар, уныһы анау Батырҙар һәйкәле тирәһендә урын алыр, йорт стенаһында, билдәле, таҡтаташ торор: был йортта шунса-шунса йылдарҙа халыҡ шағиры Фәлән Төгән улы Фәсмәтәнов йәшәгән.... 
...Быйылғы йылдың тәүге һаны әҙер. Ул иртәгә донъя күрәсәк. Бер битен шиғырҙар алды. Беҙҙең кеүек хыялдарында ғына шағир булғандарҙың түгел, ысын Шағирҙарҙың шиғырҙары баҫылды. 
Ә ҡалғандарға, шиғырҙары, гәзиттә баҫылмай, кәштәлә, башҡа, кеше күҙе күрмәгән ерҙәрҙә йәшеренгәндәргә нимә эшләргә? Яҙырға, ижад итергә, хыял диңгеҙендә батырға. Шиғырҙар кеше илереп ҡыуанған, шашып ғашиҡ булған йә, киреһенсә, никтыуҙым көнгә төшөп, ҡайғырған мәлдәрҙә яҙыла. Яҙғандарыбыҙ гел шатлыҡ шиғырҙары булһын. Теләк бары шул ғына. 
Автор:
Читайте нас: