Һәр бер уҡыусы алдырған гәзиттәрен өйҙә йыйып бармайҙыр - ҡағыҙға мохтажлыҡ тыуҙы иһә, уны тотона ла бөтәлер. Китапхана - икенсе мәсьәлә. Бында бөтөн матбуғат йыйылып бара. Бер уҡыусыбыҙ Өфөләге китапханала ултыра, кисәнән бирле беҙгә гәзиттә сыҡҡан мәҡәләләрҙе ебәрә, кем генә юҡ та, нимә генә яҙмағандар икән унда. Барыһы ла беҙҙең кешеләр, тик йәшерәктәр. Бына бер таныш ағай, үҙен шунда уҡ таныныҡ, мыйығы ул саҡта ҡара булған икән. Сәсе лә ҡуйыраҡ булған.
Әле береһен маҡтағандар гәзиттәрҙә, әле икенсеһен, ни ғилләлер, ул саҡтағы тормош әлегеһенән күңеллерәк булған төҫлө. Һәр мәҡәлә геройының йәш мәле бит, ә кемдең йәшлеге күңелһеҙ булһын?
...Йәшлегеңә ҡайтып килгең килһә, китапханаға бар икән.