Все новости
МАТБУҒАТ
17 Мая , 14:04

Йылы һүҙҙәр, матур уйҙар

Ҡолмөхәмәтова Мәҙинә 44 йыл дауаханала эшләгән икән.

Йылы һүҙҙәр, матур уйҙар
Йылы һүҙҙәр, матур уйҙар
Хәйер, ниңә эшләгән, һаман да эшләй. Свобода дауаханаһында. Халыҡ уны Мораптал балнисы ти ҙә ҡуя ине элек, совхоз исеменә бәйләп. Хәҙер балнис тип ауыҙ тултырып әйтерлеге бик юҡ, ныҡ ҡыҫҡарттылар, 10 кешелек койка ҡалған, уныһында ла ҡуна ятып булмай, көндөҙ килеп, кәрәкле процедураңды алдың, ҡайттың.
Мәҙинә Тимербай ҡыҙы бөгөн беҙгә һуғылды, сәбәп етди: ул беҙҙең гәзиткә яҙылып, 500 һумлыҡ сертификатты отҡайны. 
- Күптән алдырабыҙ, бигерәк тә, әсәйем яратып уҡый, ниндәйҙер мәҡәләне уҡып бөтә лә беҙгә һөйләй, беҙ алдан уҡыған булһаҡ та, уны тыңлайбыҙ. 
Дәминова Фәниә инәйгә, әсәһенә, 86 йәш икән. Бар ғаилә Свободала йәшәй.
- Әле лә, "Юшатыр"ға яҙылдыңмы тип өтөп алып бара....
Мәҙинә Ҡолмөхәмәтова үҙе Туғай Кинйәһе ҡыҙы икән, уны тәүгә күреүебеҙ, ә һөйләшеүебеҙ шулай килеп сыҡты, әйтерһең, ғүмере буйы күрше булып, бер-беребеҙгә ҡунаҡҡа йөрөшөп, ҡатнашып йәшәгән дуҫтар. 
Йылы һүҙегеҙ, матур уйҙарығыҙ өсөн рәхмәт, Мәҙинә Тимербай ҡыҙы, алдағы көндәрҙә лә әлеге беҙгә килеп ингәндәге ише, матур йылмайып, балалар бәхеттәрен татып, тормош иптәшегеҙ, Фәниә инәйебеҙ менән бергә иҫәнлектә генә  йәшәргә яҙһын. 
Автор:
Читайте нас: