Все новости
МАТБУҒАТ
30 Мая , 17:08

“Ҡыуандырып тороғоҙ”

Сираттағы бүләгебеҙҙе Яманһары ауылынан Илдар Сөләймәнов отто. 

“Ҡыуандырып тороғоҙ”
“Ҡыуандырып тороғоҙ”

- Аллаға шөкөр, ейәндәргә баймын, улар беҙҙә бишәү. Барыһын да алып килмәнем, редакцияға һыймаҫбыҙ тип, уйланым. Ә “Юшатыр”ҙы беҙ һәр ваҡыт алдырабыҙ. Тормош иптәшем Мөнирә лә, атай-әсәйемдәр ҙә, апайымдар ҙа яратып уҡыйҙар. Халыҡ гәзите тип әйтер инем. Барлыҡ яңылыҡтарҙы ла гәзит аша белеп торабыҙ, һәр һанын түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ. Ошо ейәндәргә лә гәзиттең һәр битен асып күрһәтәм. Бүләгегеҙ өсөн ҙур рәхмәт, киләсәктә лә үткер, ғәҙел мәҡәләләрегеҙ, төрлө ҡыҙыҡлы конкурстарығыҙ менән халыҡты ҡыуандырып тороғоҙ. Эшегеҙҙә уңыштар теләйем, “Юшатыр”ыбыҙ ғүмере оҙон булһын.

Автор:
Читайте нас: