Все новости
МАТБУҒАТ
31 Мая , 13:43

Йөрәк кенә типһен

Был бүләкте ҡуйғас, ошо шиғыр иҫкә төштө. 

Йөрәк кенә типһен
Йөрәк кенә типһен
Бала саҡтан күлдәгемде әсәй
Йыуа ине лә кәрәк мәлендә,
Кибер-кипмәҫ көйө кейҙерә лә
Әйтә ине: "Кибер тәнеңдә!"

Шул саҡ башта тәнем семерҙәй ҙә
Йылыта ине еүеш күлдәкте...
...Өс көн инде ямғыр ҡойоп түгә —
Өҫтөм манма. Һуғыш йөҙәтте.

"Күлдәкте бер киптерәһе ине...
Йылы өйҙә, мейес янында..."
Тән семерҙәй... Ләкин миңә әсәй
Әйтә кеүек: "Кибер тәнеңдә!"

Беҙ барабыҙ. Һалдат юлы сикһеҙ.
Ямғыр нимә һуғыш мәлендә!
Яуһын әйҙә! Йөрәк кенә типһен,
Ә күлдәгем кибер тәнемдә.
Н. Нәжми. 
Әллә ҡасан яҙылған шиғыр, әммә ул һаман булһа актуаль. Тыныс тормош килһен, йөрәк типһен - иң мөһиме ошолары. 
Шулай ҙа, барыһын ситкә ҡуйһаҡ, барыбер тәндә еүеш кейем йөрөткө килмәй, уны мейес янында тороп киптерергә лә теләк ҙур түгел. 
Ҡыҫҡа итеп кенә әйткәндә, киләһе бүләгебеҙ ошо, еүеш күлдәктәр йылытып йөрөмәгеҙ. 
Автор:
Читайте нас: