Все новости
МАТБУҒАТ
6 Июня , 09:31

Ҡулдарынан бал тама

 Ошолай тип тап уның һымаҡ кешеләр тураһында әйтәләрҙер.

Ҡулдарынан бал тама
Ҡулдарынан бал тама
Беҙҙең бүләкте отоусы Рәйзәнә Ғәйнетдинова, Күмертауҙағы "Айгөл" балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе. Ул был баҡсала 25 йыл эшләй, ошо ҡалаға йәшәргә килгәне бирле. Үҙе Белореттан (уныңса әйтһәк, Биләрит). Ире - Күгәрсендеке. 
- Гәзитегеҙҙе яратып уҡыйым, - Рәйзәнә апай ҡаушап киткәндәй тойолдо, был бүләкте ысынлап мин оттомо ти күҙҙәре - үҙегеҙгә, данға ҡаҙанып, ҙур кеше булып китергә яҙһын. 
Ҡулынан бал тама тигәнебеҙ, апайыбыҙҙың балаларҙы әсәләрсә тәрбиәләүенән тыш, белмәгән һөнәре юҡлығына һуҡтырып әйтеүебеҙ. Фатирҙарҙың стеналарын һылау тиһеңме, баҡса эшендәге оҫталығын әйтәһеңме... һанап ҡына бөтөрөрлөк түгел. Ә кем уның аш-һыуын тәмләгән, был турала күргән-белгәненә оҙаҡ ваҡыт ошолай тип һөйләп йөрөр: Рәйзәнә апайҙың ашын ашағанда телемде саҡ йотманым. 
Ҡотлайбыҙ, апай, яңыраҡ ҡына тыуған көнөңдө лә билдәгәнһең икән, был бүләгебеҙ тап кәрәк сағына тура килде кеүек. 
Автор:
Читайте нас: